Яңылыҡ
23 Декабрь 2021, 05:15

Коронавирусҡа ҡаршы яңы дарыу уйлап сығарғандар

Федераль медик-биологик агентствоһының (ФМБА) пресса хеҙмәте хәбәр итеүенсә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирустан дауалау өсөн "Мир 19" ингаляцион препаратын теркәгән. Был препаратты Рәсәйҙең ФМБА етәксеһе Вероника Скворцова йөкләмәһе буйынса "Иммунология институты" эшләгән.

Коронавирусҡа ҡаршы яңы дарыу уйлап сығарғандарКоронавирусҡа ҡаршы яңы дарыу уйлап сығарғандар
Коронавирусҡа ҡаршы яңы дарыу уйлап сығарғандар
Федераль медик-биологик агентствоһының (ФМБА) пресса хеҙмәте хәбәр итеүенсә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирустан дауалау өсөн "Мир 19" ингаляцион препаратын теркәгән. Был препаратты Рәсәйҙең ФМБА етәксеһе Вероника Скворцова йөкләмәһе буйынса "Иммунология институты" эшләгән.
 Был препарат ген кимәлендә, кешенең геномына зыян килтермәй генә вирустың РНК әүҙемлегенә тәьҫир итә.  Сковорцова әйтеүенсә был препарат коронавирустың төрлө штаммына ла тәьҫир итә ала, тимәк ул SARS-Cov-2 варианттарына ҡаршы универсаль дарыу.
 

 Клиник тикшереүҙр үткәргәндән һуң, "Мир 19"-ҙың эффектлы һәм кешегә зыянһыҙ икәнен иҫбат иткәндәр.  Был дарыу ярҙамында стационарҙа небулайзер ҡулланып дауаланып буласаҡ.

ФМБА протокол буйынса амбулатор пациенттарҙың дауаланыуын тикшергәндән һуң, дарыухана селтәрҙәренә сығарыласаҡ. Был ауырыуҙң беренсе симптомдары беленгәс тә дауалана башларға мөмкинлек бирәсәк.
 
 
 
Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас