Яңылыҡ
27 Декабрь 2021, 09:50

56 мең кеше WorldSkills Russia стандарттары буйынса һөнәр алған да инде

Шуларҙың 76% проценты һөнәре буйынса эшләй башлаған. 

56 мең кеше WorldSkills Russia стандарттары буйынса һөнәр алған да инде56 мең кеше WorldSkills Russia стандарттары буйынса һөнәр алған да инде
56 мең кеше WorldSkills Russia стандарттары буйынса һөнәр алған да инде

Был йүнәлеш ҡайһы бер төбәктәрҙә бик популяр булып киткән. Адыгея, Карачаево-Черкесия һәм Новгород өлкәләрендә WorldSkills Russia стандарттары программаһында ҡатнашыу өсөн бик күптәр ғаризалар биргән. Күберәк социаль хеҙмәткәр, парикмахер, ашнаҡсы һөнәрҙәре, график дизайнер, веб-технологиялар йүнәлештәре буйынса уҡырға теләк белдергәндәр. 

Беҙҙең райондан да уҡыусылар был пограмма буйынса Өфөлә үткән "Йәш профессионалдар" VII төбәк чемпионатында ҡатнаштылар. Мәрйәм Бураҡаева исемендәге гимназия-интернат уҡыусыһы Ғәббәсова Нәркәс парикмахерлыҡ сәнғәте буйынса беренсе урынды яулаһа, 2-се мәктәптән Ҡылысбаев Рушан һәм Хунафина Вилена ландшафт дизайны буйынса икенсе урынды алды. Шул уҡ мәктәптән ашнаҡсылыҡ йүнәлешендә Әхмәҙиева Регина ла икенсе урынды алды.

 

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас