Яңылыҡ
31 Декабрь 2021, 04:45

Бәләкәстәргә Ҡыш бабай килгән

Бикбауҙа балалар өсөн сағыу һәм күңелле шыршы байрамы үткәргәндәр.

Бәләкәстәргә Ҡыш бабай килгәнБәләкәстәргә Ҡыш бабай килгән
Бәләкәстәргә Ҡыш бабай килгән

Китапханасы Айһылыу Сабирова һәм башланғыс класс уҡытыусыһы Гүзәл Итбаева ойошторған байрам барыһына ла хуш килгәндер. Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу балаларҙың шиғырҙарын, йырҙарын тыңлап,  татлы күстәнәстәр таратҡан. Шыршы тирәләй күмәкләп бейеп, уйындар уйнап күңел асҡан бәләкәстәр. Әкиәт персонаждары иһә байрамды тағы ла йәмлерәк иткән.

Сығанаҡ: Бикбауская сельская библиотека.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас