Яңылыҡ
31 Декабря 2021, 11:05

Их, тылсым таяғым булһа!..

Бынау һүрәттәге мандарин ҡыуағын тылсымлы таяҡ ярҙамында үҙебеҙгә күсереп ултыртып, татлы емештәрен таратыр инем. Сөнки шыршы менән бер рәттән мандарин да Яңы йыл символы булып тора бит. Байрамға мандарин бүләк итеү Боронғо Ҡытайҙан юл алған. Дауамы сайтта.

Их, тылсым таяғым булһа!..Их, тылсым таяғым булһа!..
Их, тылсым таяғым булһа!..

Бер ҡытай кешеһе ғаиләһе менән Яңы йыл ҡаршыларға туғандарына барған. Күстәнәскә ике мандарин емеше алып барғандар. Ул ваҡытта был емеш һирәк үҫкән һәм бик ҡыйбат торған. Бай кешеләр генә уны һатып ала алғандар. Шунан башлап ул байлыҡ, муллыҡ һәм бәрәкәтле тормош символы булып һанала башлаған. Яҡындарына Бәхетле ғүмер, мул тормош теләп мандарин бүләк итә башлағандар.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас