

Таҙлар ауылындағы "Йәйғор" балалар баҡсаһында ҡапҡа төбөнән үк ағастан һәм ҡарҙан эшләнгән матур һындар ҡаршы ала. Улар Рәсүл ағай Сарбаев ҡулдары менән башҡарылған. Балалар баҡсаһының эсендә лә оҫта ҡулдары менән эшләнгән һындар байтаҡ. Рәсүл ағай уларҙы балсыҡтан, монтаж пенаһынан һәм гипстан эшләп сағыу төҫтәргә буяп ултыртҡан. Әйткәндәй, ул яратҡан шөғөлө менән төп эшенән буш ваҡытында ғына шөғөлләнә ала, сөнки ошо уҡ балалар баҡсаһында ҡарауылсы булып эшләй. Фантазиялы матур ижад емештәре менән баҡсаны биҙәүсе оҫтаның эштәре менән һоҡланмау мөмкин түгел. Бәләкәстәргә лә бындай балалар баҡсаһына йөрөү бик тә оҡшайҙыр.