

Яңы тыуған йыл ҡар-бурандар менән башланып китте. Торлаҡ-төҙөлөш коммуналь хужалыҡ кампанияһы эшселәренә мәшәҡәт өҫтәлде. Бөтәһе лә байрам айҡанлы оҙайлы ялға киткәндә улар төн уртаһынан тороп юлдарҙы таҙартырға сығалар. Икенсе ғинуарҙан башлап таң менән 7 берәмек техника: грейдерҙар, Камаздар, тейәгес тракторҙар һәм Мтз -82 тракторҙары Иҫәнғол ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарҙа юлдарҙы ҡарҙан таҙарта. Был эштәрҙе Фәнил Ильясов, Айнур Ноғоманов, Ирназар Байғусҡаров, Роберт Яубаҫаров, Дмитрий Порватов, Владимир Квасов, Вадим Квасов үҙҙәренә беркетелгән техникала башҡара.