

Өйҙә: - Фоторәсемдәр ҡарап алырға була. -Видеошылтыратыу буйынса алыҫта йәшәгән туғандарығыҙ һәм дкҫтарығыҙ менән һөйләшеп алығыҙ. -Бергәләп телевизорҙан күңелле фильм йә иһә ғаилә видеоларын ҡарағыҙ. -Үҙегеҙҙең ғаилә фильмы төшөрһәгеҙ ҙә була. Күмәкләп сценарийын, костюмдарын, декорациялар әҙерләгеҙ, ролдәрҙе бүлешегеҙ. -Үҙидара көнө үткәрһәгеҙ ҙә була. Балалар - ата-әсәйҙәр, ата-әсәйҙәр балалар була. -Яңы тыуған йылға маҡсаттар һәм уларға ирешеү өсөн пландар ҡороғоҙ. -Ғаилә уйындары уйнағыҙ. -Шәжәрәгеҙҙе төҙөгөҙ. - Караоке ярҙамында йыр бәйгеһе ойоштороғоҙ. Тышта: -Фотосессия ойоштороғоҙ. - Ҡар бабайҙар, ҡарҙан лабиринт йәки окоп эшләгеҙ. Ҡар бәрешеп уйнағыҙ. - Ҡышҡы тәбиғткә ялға сығығыҙ. Термоста сәй тәмлекәсәр алып пикник үткәрегеҙ. -Катокка барығыҙ. Һырғалаҡта шыуығыҙ. Ҡышҡы урман буйлап саңғыла йөрөп ҡайтығыҙ.