Яңылыҡ
8 Ғинуар 2022, 14:50

Ҡаҫмарт буйын гөрләткәндәр

8 ғинуар көнө Ҡаҫмарт йылғаһы буйына ир-егеттәр “Ҡышҡы балыҡсылар көнө”нә йыйылып иң шәп балыҡсыны асыҡлағандар. Ярыштың аҙағында иң күп балыҡ тотоусы булып Иҙел Йәнбулатов билдәләнде. Икенсе урын иң бәләкәй балыҡсы Йәнтимер Абдуллинда, өсөнсө Шәйҙулла Бирҙеголов өлөшөнә төштө. . Ярыштың аҙағында балыҡ эләктергәнХәйҙәр Сәйфутдинов дүртенсе урынға сыҡты. Еңеүселәргә маҡтау ҡағыҙҙары менән иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Ә Дилә Дәүләтбәкова балыҡсыларҙы һәм көйәрмәндәрҙе ҡайнар сәй һәм йылы ҡоймаҡ менән һыйлаған. Ялдарын саф һауала файҙалы үткәргән Үтәғолдарға "Афарин!" тип әйтергә генә ҡала.

Ҡаҫмарт буйын гөрләткәндәрҠаҫмарт буйын гөрләткәндәр
Ҡаҫмарт буйын гөрләткәндәр

8 ғинуар көнө Ҡаҫмарт йылғаһы буйына ир-егеттәр “Ҡышҡы балыҡсылар көнө”нә йыйылып иң шәп балыҡсыны асыҡлағандар. Ярыштың аҙағында иң күп балыҡ тотоусы булып Иҙел Йәнбулатов билдәләнде. Икенсе урын иң бәләкәй балыҡсы Йәнтимер Абдуллинда, өсөнсө Шәйҙулла Бирҙеголов өлөшөнә төштө. . Ярыштың аҙағында балыҡ эләктергән Хәйҙәр Сәйфутдинов дүртенсе урынға сыҡты. Еңеүселәргә маҡтау ҡағыҙҙары менән иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Ә Дилә Дәүләтбәкова балыҡсыларҙы һәм көйәрмәндәрҙе ҡайнар сәй һәм йылы ҡоймаҡ менән һыйлаған. Ялдарын саф һауала файҙалы үткәргән Үтәғолдарға "Афарин!" тип әйтергә генә ҡала.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас