

7 ғинуарҙа Самаҙы ауылы янында еңел автомобиль юл аҫтына төшөп киткән. Ә Ауырғазы районында юлдағы көрткә батҡан ВАЗ- 2114 автомобилен һөйрәтеп сығарғандар. Автомобилдә 3 балалы ғаилә булған.
Шулай уҡ Өфө районында ла Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренә Hyundai Solaris һәм KIA Rio автомобилдәрен ҡар пленынан сығарғандар. Ә Федоровка районы Батыр һәм Софиевка ауылдары араһында 11 автомобиль ҡамалып ҡалған.
Көн боҙолоп торғанда юлға сығыуҙы кисектереп тороғоҙ.
Әгәр ҙә сығырға уйлаһағыҙ йылы кейем, уңайлы аяҡ кейеме, термоста ҡайнар сәй, ашарға ризыҡ алығыҙ. Юл хәлен белеп булмай бит.