Яңылыҡ
11 Ғинуар 2022, 10:03

Башҡортостанда енәйәт ҡылыуҙа шик аҫтына алынған кешене эҙләйҙәр

Башҡортостандың Тикшереү комитеты 36 йәшлек Михаил Журавлевты эҙләй.

 

Ҡандра ауылында тыуған ир кеше үлтереүҙә шик аҫтына алынған.   

Тикшереүҙәр буйынса, 2021 йылдың мартында Ҡандра ауылында 54 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табыла. Уның тәнендә көслөк менән үлтереү билдәләре була. Кеше үлтереүсе енәйәт ҡылғандан һуң ҡасҡан. Әле уның ҡайҙа икәне билдәһеҙ.

 Шик аҫтындағы Михаил Журавлев федераль эҙләүҙә. Уның күп тапҡырҙар административ һәм енәйәт яуаплылығына тарттырылғаны билдәле.

 Уның ҡайҙа икәнен белгәндәрҙән Тикшереү комитетының ышаныс телефонына: 8 (347) 251–62–51, йәки Эске эштәр органдары телефонына 02 (кеҫә телефонынан – 102) шылтыратыуын һорайҙар.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас