Яңылыҡ
12 Ғинуар 2022, 05:45

Ҡышҡы һабантуй күңелле үтте

Байдәүләт ауылы халҡы йыйылып ҡышҡы һабантуй үткәрҙе. Клуб алды был көндө гөрләп торҙо. Арҡан тартыш, тоҡ менән йүгереү, утын ярып ярышыу һәм башҡа төрлө ярыштарҙа әүҙем ҡатнашыусылар күп булған. Ҡыш бабай балаларға татлы күстәнәстәр таратҡан. Ә иң аҙаҡ күмәкләшеп тәмлекәстәр менән самауыр сәйе эсеп таралышҡан байдәүләттәр. Бына шулай ауылдарҙа ялдар күңелле һәм файҙалы үтә!

Ҡышҡы һабантуй күңелле үттеҠышҡы һабантуй күңелле үтте
Ҡышҡы һабантуй күңелле үтте

Байдәүләт ауылы халҡы йыйылып ҡышҡы һабантуй үткәрҙе. Клуб алды был көндө гөрләп торҙо. Арҡан тартыш, тоҡ менән йүгереү, утын ярып ярышыу һәм башҡа төрлө ярыштарҙа әүҙем ҡатнашыусылар күп булған. Ҡыш бабай балаларға татлы күстәнәстәр таратҡан. Ә иң аҙаҡ күмәкләшеп тәмлекәстәр менән самауыр сәйе эсеп таралышҡан байдәүләттәр. Бына шулай ауылдарҙа ялдар күңелле һәм файҙалы үтә!

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас