

Ике аҙналыҡ һайлап алыу мониторлауы күрһәткестәренә ҡарағанда помидорға хаҡтар уртаса 25 һумға артҡан, бер кг помидор өсөн уртаса 144 һум түләргә кәрәк буласаҡ. Ҡыярға хаҡ 19 һумға күтәрелгән, 1 кг өсөн 160 һум тирәһе түләргә кәрәк буласаҡ, Кәбеҫтә -51, банан - 78, сөгөлдөр - 43, ярымыҫланған колбаса 465, печенье - 163, маргарин -170, аҡ май -681 һум. Ә балалар ризығы өсөн тәғәйенләнгән консервалар, сосиски, йомортҡа һәм пастеризацияланған һөт һәм дөгөгә әҙерәк кенә хаҡ төшкән.