Яңылыҡ
20 Ғинуар 2022, 08:50

Бөгөн Бөтә донъя сыр көнө

Эшләнешенә ҡарап, сырҙарҙы ҡаты, йомшаҡ, тоҙлоҡло һәм эшкәртелгән йәки ҡайнатылғанға бүлеп йөрөтәләр.

Бөгөн Бөтә донъя сыр көнөБөгөн Бөтә донъя сыр көнө
Бөгөн Бөтә донъя сыр көнө

Сырҙа аҡһым (25 % етә), май (60 % етә) һәм аш тоҙон иҫәпләмәгәндә , минераль матдәләр 3,5 % етә. Сыр аҡһымдар һөттөкөнә ҡарағанда еңелерәк үҙләштерелә. Экстрактив матдәләре аҙыҡ эшкәртеүсе биҙҙәргә ыңғай йоғонто яһай, аппетитты аса. Сырҙағы туҡлыҡлы матдәләрҙе организм тулыһынса тиерлек эшкәртә (98—99 %). Был ризыҡта A, D, E, B1, B2, B12, PP, C витаминдарпантотен кислота һәм башҡалар бар. Майлылығы һәм аҡһим миҡдары буйынса сырҙың энергия биреү ҡеүәте төрлөсә. Сыр һөт концентраты кеүек: аҡһымдар, май, минераль матдәләр шул уҡ нисбәттә, кальций менән фосфор ҙа тейешле кимәлдә.

Эшләнешенә ҡарап, сырҙарҙы ҡаты, йомшаҡ, тоҙлоҡло һәм эшкәртелгән йәки ҡайнатылғанға бүлеп йөрөтәләр.

Күҙләнсек ферменты (реннин, шул уҡ химозин) — һуйылған быҙауҙың ашҡаҙанындағы күҙләнсектән алынған фермент. Уларға ун көн тулмаған була әле. Күҙләнсек ферменты һөттө эретеү һәм сыр эшләү өсөн файҙаланыла. Мәгәр ойотҡо бактерия йәки Chymax тигән матдә ярҙамында эшләнгән «этик» сырҙар ҙа бар.

Рәсәйҙә сыр Петр Беренсегә тиклем тәбиғи юл менән «сей» көйө яһалған, йәғни ҡайнатылмай эшләнгән. «Сырой» һүҙенән сыр килеп сыҡҡан да инде. Петр Беренсе осоронда Рәсәйга башлап Европалағы сыр сорттарын индерә башлағандар.

Чикаголағы Бөтөн донъя күргәҙмәһендә диаметры 9 м һәм ауырлығы 10 т тартҡан «бәһлеүән» сыр ҡуйылған.

Рәсәйҙә 721 кг ауырлыҡтағы сыр Алтайском крайында етештерелгән һәм Барнаулда 2007 йылдың 14 сентябрендә үткәрелгән «Сыр байрамыда» күрһәтелгән.

       Францияла «Килеп сыҡҡан урындарға бәйле атамаларҙы контролдә тотоу законы» ҡабул ителгән. Йәғни, атама Францияның географик өлкәһенә бәйле икән, был исем менән тауар ошо өлкәлә генә етештерелә ала. Бөгөнгә 36 шундай сыр иҫәпләнә.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас