Яңылыҡ
20 Ғинуар 2022, 17:50

Тәм-том етештереүселәр хаҡтарҙы арттыра

Билдәле брендтар аҫтында тәм-том етештереүселәр хаҡтарҙы арттырырға мәжбүр булған.

Тәм-том етештереүселәр хаҡтарҙы арттыраТәм-том етештереүселәр хаҡтарҙы арттыра
Тәм-том етештереүселәр хаҡтарҙы арттыра

Alpen Gold һәм Oreo брендын етештереүсе Mondelez компанияһы хаҡтарҙы 19%-ҡа тиклем күтәрергә мәжбүр буласағы тураһында хәбәр итте. Бисквиттар һәм печеньелар - 19%, шоколад - 9%, имгес кәнфиттәр һәм һағыҙ 6% артасаҡ. Шулай уҡ "Славянка" һәм "Объединенные кондитеры" тәм-томдары хаҡтары 18% күтәреләсәк. Ferrero компанияһы хаҡтары 6% артасаҡ. Был брендҡа 130 тирәһе исем ингән, шулар араһында Ferrero, Raffaello, Kinder һәм Nutella. Кондитерҙар быны етештереү өсөн ҡулланылған сеймалға хаҡтар артыу менән бәйләй. Мәҫәлән, пальма майы - 40%, юғары сортлы он -15 % күтәрелгән.

Сығанаҡ: РИА Новости.

Фото: Яндекс.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас