Яңылыҡ
23 Ғинуар 2022, 04:07

Башҡортостанға 250 миллион һум бүленәсәк

Башҡортостан «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проектына ҡушылырға әҙерләнә.

Милли проекттың төп бурыстарының береһе – 2022 йылдан Рәсәй ҡалаларында туристик үҙәктәр, берҙәм архитектура-мәҙәни киңлек булдырыу.

«Субсидияны алыу өсөн «туризм коды» проектын әҙерләйбеҙ, ҡаланың иҫтәлекле урындарын берҙәм архитектура-мәҙәни киңлеккә берләштерергә кәрәк», - тип аңлата БР Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ринат Фәтҡуллин.

Һәр проектҡа 250 миллион һум аҡса бүленәсәк. Гранттар конкурсын йыл һайын үткәреү планлаштырыла. Төп маҡсат - 2025 йылға тиклем илдең 52 ҡалаһында берҙәм мәҙәни-тарихи киңлек булдырыу.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас