+28 °С
Болотло


Урамда 500 һумлыҡтарҙан торған пачка аҡса табып алған ҡатын полиция хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт иткән.
Шул көндә үк аҡса хужаһын тапҡандар. Ул да аҡса юғалтыуы тураһында эске эштәр бүлегенә ғариза ҡалдырып өлгөргән була.
Иртәнсәк банкоматтан 500 мең аҡсаны сискән ир кеше битлеген сискән арала аҡсаларҙы төшөрөп ҡалдырған була.
Арабыҙҙа шундай изгелекле кешеләрҙең булыуы һөйөндөрә генә.