

Министрҙар кабинеты белдереүенсә Премьер-министр Михаил Мишустин социаль түләүҙәрҙең инфляцияға ярашлы рәүештә индексацияланыуы хаҡында ҡарарға ҡул ҡуйған. 1 февралдән рәсәйҙәргә социаль түләүҙәр, пособиелар һәм компенсациялар 8,4 процентҡа артасаҡ.
Бында инвалидтар, ветерандар, чернобылселәр, Рәсәй Геройҙары, шулай уҡ производствола зыян күргән граждандар алған түләүҙәр тураһында һүҙ бара.
Индексация балалы ғаиләләргә тейешле ҡайһы бер пособиеларға ла ҡағыла. Шулар иҫәбендә — бала тыуғас бер тапҡыр бирелә торған пособие, бала тәрбиәләгән өсөн айлыҡ пособие, баланы ғаиләгә тәрбиәгә алғанда бер тапҡыр бирелә торған пособие.
Беренсе балаға әсәлек капиталы күләме лә арта — 483,9 мең һумдан 524,5 мең һумға, ә икенсе һәм унан һуңғы балаларға иһә 693,1 мең һумға тиклем күтәрелә.
«Ошондай ярҙам алырға хоҡуҡлыларҙың барыһының да уны ваҡытында һәм тулы күләмдә алыуы мөһим», — тип билдәләне Михаил Мишустин 27 ғинуарҙа Министрҙар кабинеты ултырышында.