Яңылыҡ
1 Февраль 2022, 05:50

Ҡайһы бер мәктәптәр дистанцион уҡыуға күскән

Республикала ҡайһы бер мәктәптәр дистанцион уҡыуға күсергә мәжбүр булған.

Ҡайһы бер мәктәптәр дистанцион уҡыуға күскәнҠайһы бер мәктәптәр дистанцион уҡыуға күскән
Ҡайһы бер мәктәптәр дистанцион уҡыуға күскән

Әлегә 1 февралдән 7 февралгә тиклем дауам итәсәк дистанцион уҡыуға Өфөнөң 21 мәктәбе күскән.  Ауырып китеүсе балалар һаны күбәйеү сәбәпле Роспотребнадзор уҡыусыларҙы ситтән тороп уҡытыу ҡарары ҡабул иткән. 

Көн һайын эпидимиологик хәлде мониторлау һөҙөмтәләренә ҡарап, дистант оҙайтылыуы ла мөмкин.

Фән һәм мәғариф министры Айбулат Хажин белдереүенсә бөгөнгө көндә республиканың 25 мәктәбе дистанцион уҡыуға күсерелгән.

 

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас