Дәүләкән ҡалаһының бөтә мәктәптәре лә дистанцион уҡыу режимына күсә. Әлегә был режим 7 февралдән 13 февралгә тиклем дауам итәсәк. Был ҡарарҙы урындағы коронавирус инфекцияһына ҡаршы оператив штаб кәңәшмәһендә ҡабул иткәндәр.