Яңылыҡ
5 Февраль 2022, 05:05

Коронавирусҡа ҡаршы оператив штаб ултырышы булып үтте

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирусҡа ҡаршы оператив штаб йыйылышы үткәрҙе

Февралдең тәүге аҙнаһында ковид менән ауырыусы пациенттарҙың күп булыуына бәйле хәлде нормаға килтереп булды.  Өфө районындғы Республика инфекция үҙәгендә, Республика клиник инфекция дауаханаһында һәм Өфө ҡалаһының 17-се клиник дауаханаһында коронавирус менән сирләүсе балалар өсөн бүлектәр асыла. Был хаҡта оператив штабтың ултырышында Радий Фәрит улы белдерҙе.  — Төбәктә ковид менән зарарланыусылар һаны арта. Үткән аҙнала 110 процентҡа үҫеш теркәлде. Үткән тәүлектә генә 1678 кешенең диагнозы раҫланды. Был яңы анттирекорд, – тине БР Хөкүмәте вице-премьеры – республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин. – Ауырыусыларҙың күбеһе өйҙә амбулатор рәүештә дауалана. Полкилиникалар һәм амбулаторияларға көс төшә. Әммә  студенттар һәм ординаторҙар ярҙамы менән пациенттарҙың ағымын кәметергә өлгәшелде. 31 ғинуарҙан поликлиникалар иртәнге сәғәт 8-се яртынан киске 10-ға тиклем эшләй.  ПЦР-анализдарҙы киске 8-се яртыға тиклем тапшырырға мөмкин. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был көндәрҙә  эште ойошторғандары өсөн табиптарға һәм беренсе звено медицина учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдерҙе.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас