Яңылыҡ
9 Февраль 2022, 08:50

Кемдәр бала ауырыу сәбәпле эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын юллай ала?

Мәктәп йәки балалар баҡсаһы карантинда булған осорға ата-әсәләр эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы юллай аламы?

Кемдәр бала ауырыу сәбәпле эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын юллай ала?Кемдәр бала ауырыу сәбәпле эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын юллай ала?
Кемдәр бала ауырыу сәбәпле эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын юллай ала?


Ата- әсәләрҙең берәүһе эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы юллап, бала менән өйҙә була ала. Тик бының өсөн түбәндәге шарттар үтәлергә тейеш:

- бала балалар баҡсаһына йөрөй;

-уға әле 7 йәш тулмаған;

Эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын юллар өсөн дауалаусы табиптан әки табип-эпидемиологтан  белешмә (справка) кәрәк буласаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәтте ҡыҙыу линия телефоны буйынса 122 һандарын йыйып йәки поликлиникаға шылтыратып ала алаһығыҙ.

Эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙының электрон версияһы Дәүләт хеҙмәттәре порталында һеҙҙең шәхси кабинетҡа киләсәк, уның номерын эшләгән урынығыҙға үҙегеҙ ебәрә алаһығыҙ.

 Ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы буйынса түләнәсәк түләм карантинда булған бөтә көндә өсөн түләнәсәк. Был аҡсаны Федераль страховкалау хеҙмәте түләй. Түләм суммаһы эш стажы һәм эш хаҡына бәйле һанала. 

Әгәр балаға 7 йәш тулып үтеп, ул балалар баҡсаһына йөрөһә, шулай уҡ 7 йәше тулмайынса мәктәпкә йөрөһә, эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы юллай алмайһығыҙ. 



Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас