Яңылыҡ
9 Февраль 2022, 15:10

Ураа! Тағы ла бер миҙал!

Рәсәй спортсыһы бронза миҙал яуланы.

Ураа! Тағы ла бер миҙал!Ураа! Тағы ла бер миҙал!
Ураа! Тағы ла бер миҙал!

Бөгөн Рәсәй шорт-трексыһы Семен Елистратов Пекинда үткән 1500 м дистанцияла бронза миҙал яуланы. Алтын миҙал Көньяҡ Корея спортсыһы Хван Дэ Хонда, ул был ар ауыҡты 2 минут 9,219 секундта үткән. Көмөш миҙалды Канаданан Стивен Дюбуа (2.09,254) яулаған. Елистратовтың күрһәткесе - 2 минут 9,267 секунд . Елистратовҡа 31 йәш, ул "Динамо" спорт йәмғиәтенән. Был бронза миҙал спортсы иҫәбендәге өсөнсө олимпия миҙалы. Быға тиклем ул 2018 йылғы Олимпия уйындарында өсөнсө һәм Сочи ҡалаһында үткән уйындарҙа беренсе урын яулаған. Тағы ла Европа чемпионаттарында 14 һәм Бөтә донъя чемпионатында 1 тапҡыр еңеүсе булған.

Сығанаҡ: ТАСС.

Фото:ТАСС.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас