

Мутлашыусылар Стәрлетамаҡта йәшәүсе ҡатындың шәхси иҫәбенән 100 мең һуң аҡсаһын урлаған. 46 йәшлек ҡатын социаль селтәрҙәрҙә үҙенең шәхси иҫәбе булған банктың клиентлары өсөн реклама күреп ҡала. Унда теләк буйынса анкеталау үтеп суши отоу тураһында яҙыла. Ҡатын һылтанма буйынса инеп анкета тултыра, әлбиттә картаһының мәғлүмәттәрен дә ебәрә. Күп тә үтмәй уның иҫәбенән 100 мең аҡса сиселә. Ҡатын шунда уҡ полицияға мөрәжәғәт итә. Бушлай сыр тоҙаҡта ғына икәнен онотмайыҡ! Һаҡ булайыҡ, дуҫтар!