Яңылыҡ
28 Февраль 2022, 12:55

Француздар Өфөгә килеүҙән баш тартты

Францияның ир-егеттәрҙең волейбол командаһы Рәсәйҙә FIVB 2022 донъя чемпионатында ҡатнашыуҙан баш тартты.

Францияның ир-егеттәрҙең волейбол командаһы Рәсәйҙә FIVB 2022 донъя чемпионатында ҡатнашыуҙан баш тартты. Был хаҡта халыҡ-ара волейбол федерацияһы президенты Эрик Танги хәбәр итте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Франция командаһы Өфөлә Словения, Камерун һәм Германия командалары менән бергә сығыш яһарға тейеш ине.

«Граждандарыбыҙҙың именлеге беҙҙең өсөн бик мөһим, милли йәки халыҡ-ара ярыштар ваҡытында уны гарантиялау өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләрбеҙ. Донъя чемпионаты Рәсәйҙә уҙғарыла икән, Франция унда ҡатнашмай», — тип белдерҙе Танги.

Бынан алда FIVB рәсми рәүештә Украинала барған хәлдәргә бәйле ир-егеттәр командалары араһында донъя чемпионатын күсерергә йыйынмауы хаҡында белдергәйне. Өфөнән тыш, ярыштар Рәсәйҙең Мәскәү, Санкт-Петербург, Калининград, Ярославль, Ҡазан, Екатеринбург, Новосибирск, Кемерово һәм Красноярск ҡалаларында ойошторола.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас