

Республика Башлығы Радий Хәбировтың сәхифәһенән:
- Бөгөн Өфөгә Луганск Халыҡ Республикаһының Петровское ҡалаһынан утыҙ бала килде. Улар - Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөткән 22-се мәктәп уҡыусылары. Был балалар беҙҙең республика шифаханаларының береһендә ял итәсәк.
Һигеҙ йыл инде улар атыштар аҫтында йәшәй, бала саҡтары шулай үтә. Әлеге балаларҙың иң өлкәненә - 17, бәләкәйенә - 10 йәш, һуғыш башланғанда ике йәшлек кенә булған... Донбаста хәрби хәрәкәттәр барғас, Петровское ҡалаһында педиатр юҡ, беҙҙең шифаханала барыһы ла һаулығын яҡшырта алыр тип ышанабыҙ.
Бәләкәй ҡунаҡтарыбыҙға республиканы күрһәтәсәкбеҙ, хоккей матчына алып барасаҡбыҙ. Уларға ысын каникул ниндәй булғанын күрһәтергә теләйбеҙ. Балалар үҙҙәрендә барған фажиғәләрҙе, ҡурҡыныстарҙы бер аҙға булһа ла онотоп торор тибеҙ. Улар өсөн тағы ла байтаҡ нәмә эшләй алабыҙ