Яңылыҡ
21 Март 2022, 04:50

Рәсәй халҡы баҡса миҙгеленә ныҡлап әҙерләнә

Ауыл халҡы йыл һайын баҡса ултыртһа, ҡаланыҡыларҙың күбеһе баҡсаларын ташлап бөткәйне. Илебеҙгә ҡарата индерелгән санкциялар арҡаһында Рәсәй халҡының баҡса миҙгеленә ныҡлап әҙерләнеүе күҙәтелә. 

Рәсәй халҡы баҡса миҙгеленә ныҡлап әҙерләнәРәсәй халҡы баҡса миҙгеленә ныҡлап әҙерләнә
Рәсәй халҡы баҡса миҙгеленә ныҡлап әҙерләнә

Баҡса өсөн тәғәйенләнгән эш ҡоралдарына һорау  200% күтәрелгән. Бының тураһында Wildberries сауҙа майҙанынан хәбәр итәләр. Был үҫеште Рәсәйгә ҡарата индерелгәг санкцияларға бәйләйҙәр. 

Бер ай эсендә ил халҡы баҡса ҡорамалдарын уртаса 218%, баҡса эшкәртеү өсөн тәғәйенләнгән техниканы 267% күберәк һатып алған. Ябай ғына көрәккә һорау - 377%, тырмаға- 726%, газон ҡырҡҡыс ҡоролмаларға - 622%, бензин бысҡыһына - 175% артҡан. 

Орлоҡ һатып алыу 242% күтәрелгән. Күберәк помидор, ҡыяр, йәшел тәмләткес үләндәр һәм микрәйшәллек үләндәре орлоҡарын һатып алалар. Ашламаларға - 128% һәм үҫентеләр өсөн әҙер тупраҡҡа 109% һорау артҡан.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас