Яңылыҡ
29 Март 2022, 11:45

Ейәнсура районында янғын һүндереү буйынса уҡыу-күнекмәләре үтте

Ейәнсура, Йылайыр, Күгәрсен райондары урман хужалыҡтары Ейәнсура районына янғын һүндереү буйынса уҡыу күнекмәләренә йыйылды.

Ейәнсура районында  янғын һүндереү буйынса уҡыу-күнекмәләре үттеЕйәнсура районында  янғын һүндереү буйынса уҡыу-күнекмәләре үтте
Ейәнсура районында янғын һүндереү буйынса уҡыу-күнекмәләре үтте

 Был уҡыу-күнекмәләр Урман хужалығы министры урынбаҫары А.Р.Носратуллин, урмандарҙы һаҡлау бүлеге начальнигы Д.Й.Әхмәтов һәм Урман янғындары үҙәге етәксеһе урынбаҫары И.Р.Нуриәхмәтов ҡатнашлығында үтте.  

Сценарий буйынса урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре 1 гектар майҙанда сыҡҡан урман янғынын һүндерергә тейеш ине.

11:25 сәғәттә участка урман ҡараусыһы  янғын тураһында хәбәр итә. Янғын һүндереүселәр бригадалары барып еткәнсе 1,5 гектар урманды ут ялмап алған була. 7 берәмек техника һәм 32 кеше   11:50 сәғәттә тулыһынса утты һүндерә.

Һабан тағылған трактор, янғын һүндереү машиналары, һауа өрҙөргөс ҡоролмалар, ранецлы янғын һүндергестәр, бензобысҡы һәм көрәктәр ҡулланылды. 

Тулыраҡ гәзит биттәрендә.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас