Яңылыҡ
2 Апрель 2022, 04:45

Ике ауыл халҡы ауылдарында араҡы һатыуҙы тыйырға ҡарар иткән

Ошо ҡарарға ярашлы рәсми ҡағыҙҙар май айында ғәмәлгә инеүе мөмкин.

Ике ауыл халҡы ауылдарында араҡы һатыуҙы тыйырға ҡарар иткәнИке ауыл халҡы ауылдарында араҡы һатыуҙы тыйырға ҡарар иткән
Ике ауыл халҡы ауылдарында араҡы һатыуҙы тыйырға ҡарар иткән

Ошо ҡарарға ярашлы рәсми ҡағыҙҙар май айында ғәмәлгә инеүе мөмкин. Көйөргәҙе районының Яҡуп һәм Яҡшембәт ауылдарында алкоголь эсемлектәрҙе һатыуҙы тыйырға уйлайҙар. Район советы депутаттары ошо ҡарарға ярашлы ҡануни проекттар әҙерләгән дә инде. Документтар Башҡортостандың проекттағы һәм ғәмәлдәге норматив акттары интернет порталында баҫылған, депутаттар республика башлығы уларға ҡул ҡуясаҡ тигән уйҙа. Был проекттар 9 апрелгә тиклем ҡараласаҡ. Документ авторҙары ҡанунлар май айына көскә инер тигән фекерҙә.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас