

Бөгөнгө көнгә республика стационарҙарында 86 кеше коронавирустан дауалана.
Төбәктең оператив штабы хәбәр итеүенсә 60 йәштән өлкән 58 кеше ауырый.
Амбулатор дауаланыуҙа 2795 пациент ( шуларҙың 1915-е 60 йәштән өлкән).
Барлығы 268 730 кеше һауыҡҡан, шуларҙың 811 аҙаҡҡы тәүлектә.
Пандемия башынан республикала COVID-19 менән 277 148 кеше сирләгән, үткән тәүлектә - 507 кеше.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы 5 537 яҡташыбыҙ ошо яман сир ҡорбаны булған.