

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы, хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш башланды. Ул 2022 йылдың 1 апреленән 15 июленә тиклем дауам итә. Запаста булмаған хәрби хеҙмәткә алынырға тейешле 18-27 йәшлек 134 500 гражданды хәрби хеҙмәткә саҡырырға, тип әйтелә документа. Ейәнсура районынан 250 егет медицина һәм хәрби саҡырыу комиссия тикшереүе үтеп хәрби хеҙмәткә яраҡлылыҡта һыналасаҡ. Яҙғы саҡырылышта 50-ләп егетебеҙ хәрби хеҙмәткә саҡырыласаҡ.