Яңылыҡ
6 Апрель 2022, 06:50

Хаҡтар тешләшә бит

 Росстат хәбәр итеүенсә 2022 йыл башынан  Башҡортостанда ете төр тауарға хаҡтар ныҡ артҡан. 

Хаҡтар тешләшә битХаҡтар тешләшә бит
Хаҡтар тешләшә бит

 

Иң ҡыйбатланғаны - кәбеҫтә, уның хаҡы урыны менән ике тапҡыр артҡан. Уртаса 83,17 һум, ә Пятерочка магазиндарында хатта 100 һумдан да ҡиммәт.

Шәкәр ҡомоноң да хаҡы күтәрелде. Бөгөнгө көнгә уртаса хак - 80,88 һум. Урыны менән 115 һумға тиклем күтәрелде.

Кишер һәм һуғанға ла хаҡтар һиҙелерлек артты.  Кишерҙең 1 кг — уртаса 54,21, был хаҡтың 51,8% артыуы хаҡында күрһәтә.

Һуған - уртаса 37,95 һум, Иҫәнғол магазиндарында 40-50 һум тирәһе.

Көнкүреш техникаһына ла хаҡтар күтәрелгән. 
Телевизорҙарға  42,8% ( 13 289,84 һумдан — 44 327,31 һумға тиклем артҡан).

Сит ил автомобилдәренә уртаса хаҡ бөгөнгө көнгә  1 700 789,6 һум тәшкил итә, был хаҡтарҙың 33,8%ҡа күтәрелеүен күрһәтә, былтырғы йыл менән сағыштырғанда  429 763,18 һумға ҡиммәтерк. 

Әлбиттә, бөтә хаҡтар ҙа уртаса алынған, ҡайһы бер төбәктәрҙә юғарыраҡ күтәрелеүе лә мөмкин.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас