Яңылыҡ
9 Апрель 2022, 11:36

Башҡортостандан дүртенсе гуманитар ылау Донбасҡа юланды

"Бөгөн иртән дүртенсе тапҡырға ылау юлға сыҡты. Был гуманитар ярҙамды йыйырға республика буйынса БР Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте лә булышлыҡ итте. Әле артабанғы йөктәр өсөн ярҙам йыйыуҙа ҡатнашабыҙ. "Берҙәм Рәсәй" партияһы активистары әүҙемлек күрһәтә", - тип яҙҙы БР Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай депутаты, йәмғиәт рәйесе Гөлнур Ҡолһарина.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, өсөнсө ылау унда 7 апрелдә барып еткәйне. Донбасс халҡы, һәр ваҡыттағыса, беҙгә рәхмәтле.

"Бөгөн иртән дүртенсе тапҡырға ылау юлға сыҡты. Был гуманитар ярҙамды йыйырға республика буйынса БР Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте лә булышлыҡ итте. Әле артабанғы йөктәр өсөн ярҙам йыйыуҙа ҡатнашабыҙ. "Берҙәм Рәсәй" партияһы активистары әүҙемлек күрһәтә", - тип яҙҙы БР Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай депутаты, йәмғиәт рәйесе Гөлнур Ҡолһарина.

Был юлы ылауҙың дөйөм ауырлығы 180 тонна. 

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас