Яңылыҡ
10 Апрель 2022, 10:45

Балалар киндер сюрприз ашап сальмонеллез менән ауырып киткән

Татлы ризыҡ ашап дауаханаға эләккәндәр.

Балалар киндер сюрприз ашап сальмонеллез менән ауырып киткәнБалалар киндер сюрприз ашап сальмонеллез менән ауырып киткән
Балалар киндер сюрприз ашап сальмонеллез менән ауырып киткән

Был хәл Европа илдәрендә булған. Йөҙләгән бала киндер сюрприз макси шоколады ашап дауаханаларға эләккән. Табиптар уларҙың сальмонеллез менән ауырыуын асыҡлаған. Был татлы ризыҡ Бельгия фабрикаларында етештерелгән булған. Компания инфекция таралыуын кисектереү өсөн барлыҡ продукцияны магазин кәштәләренән алдыртҡан. Бәхеткә күрә Рәсәйҙә ауырыу осраҡтары теркәлмәгән. Сөнки күбеһенсә беҙҙең магазиндарҙа Владимир өлкәһендә ошо бренд аҫтында етештерелгән тауарҙар һатыла.

Ә шулай ҙа һаҡланырға кәрәктер. Донъя хәлен белеп булмай.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас