

Рәсәй халҡына ниндәй ярҙам саралары тәҡдим ителер?
Кремль сайтында баҫылған документҡа ярашлы, алда түбәндәге бурыстар тора:
- 30 апрелгә тиклем килеме төшкән балалы ғаиләләргә социаль ярҙам күрһәтеү буйынса законға үҙгәрештәр индерергә;
- 20 апрелгә тиклем министрҙар пенсияларҙы, социаль түләүҙәрҙе, бюджет өлкәһендә эшләүселәргә хеҙмәт хаҡын, МРОТ-ты, йәшәү минимумын күтәреү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә тейеш;
- 31 декабргә тиклем 1 марттан һуң эшен юғалтҡан кешеләргә социаль ярҙам күрһәтеү өсөн (мохтаж ғаиләләргә) айырым тәртип булдырырға.
Ҡыҫҡаһы, ауыр осорҙа бер кем дә иғтибарһыҙ ҡалырға тейеш түгел.
Ил Хөкүмәте эшкә тотонған, тимәк, тиҙҙән тейешле закондар ҙа үҙгәртеләсәк.