Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
19 Апрель 2022, 08:45

Аҙна һайын Рәсәй флагы күтәреләсәк

Уҡыусыларға патриотик тәрбиә биреү сиктәрендә аҙна һайын дәүләт флагын күтәреү тәжрибәһен индермәкселәр.

Аҙна һайын Рәсәй флагы күтәреләсәк
Аҙна һайын Рәсәй флагы күтәреләсәк

Радий Хәбиров үҙенең хакимиәтенә май байрамдарынан һуң уҡ флаг күтәреү тантаналарын башлау өсөн дәүләт символдары менән эшләү мәсьәләһен ентекле өйрәнергә ҡушты.

«Тәҡдимдәр әҙерләү өсөн һеҙгә бер аҙна ваҡыт бирәм, бының мәктәп линейкалары йәки башҡа саралар булыуы мөмкин. Уҡыусыларҙы, балаларыбыҙҙы дәүләт символдарын хөрмәт итергә өйрәтергә кәрәк», — тине Радий Хәбиров.

Бынан алда Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы уҡыусыларға патриотик тәрбиә биреү сиктәрендә аҙна һайын флаг күтәреү тәжрибәһен индереү өсөн илдең барлыҡ мәктәптәрен дәүләт символикаһы менән тәьмин итеү тураһында белдергәйне.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: