Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
19 Апрель 2022, 16:45

Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!

Бөгөн оҙатылған гуманитар ярҙам колоннаһы 7 автомобилдән тора.

Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!


Бөгөн Өфөнән Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларына бишенсе гуманитар ылау юлланды. Уны оҙатыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы ҡатнашты. Радий Хәбиров автомобиль водителдәренә һәм ярҙам туплауҙа ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров гуманитар ярҙам күрһәтеүселәргә “Берҙәм Рәсәй” партияһы Советының Генераль секретары Андрей Турчактың Рәхмәт хаттарын тапшырып үтте.

Бөгөн оҙатылған гуманитар ярҙам колоннаһы 7 автомобилдән тора. Улар Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларына ике көндә барып етергә тейеш. Колоннаны бөтә юл дауамында юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары оҙатып барасаҡ.

Башинформдан.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: