Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
19 Апрель 2022, 22:45

Янғын һүндерелгәндән һуң ир кеше кәүҙәһе табылған

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы ут һүндерелгәс 1959 йылғы йорт хужаһының мәйете табылған.

Янғын һүндерелгәндән һуң ир кеше кәүҙәһе табылған
Янғын һүндерелгәндән һуң ир кеше кәүҙәһе табылған

19 апрелдә Учалы районының Миндәк ауылында янғын сыҡҡан. Йорт хужаһы ишек алдында ҡоро үл нде яндырырға булған. Ут бик тиҙ таралып киткән. Тәҙрәнән янғынды күреп ҡалған ҡатыны тиҙ арала ярҙам саҡыра. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы ут һүндерелгәс 1959 йылғы йорт хужаһының мәйете табылған. Шулай уҡ бөгөн 19 апрелдә быйылғы йылда иң беренсе тәбиғи янғын теркәлгән. Янғын Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылынан 7 км алыҫлыҡта Крепостной урмансылығында сыҡҡан. 0,5 гектарҙағы янғынды һүндереүҙә 18 кеше ҡатнашҡан һәм ике берәмек техника ҡулланғандар.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: