Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
12 Май 2022, 19:45

Ат сабыштарының приз фонды билдәле булды

«Терра Башҡортостан» ат-спорт турнирының бүләк фонды суммаһы билдәле булды

Ат сабыштарының приз фонды билдәле булды
Ат сабыштарының приз фонды билдәле булды

 2022 йылда «Терра Башҡортостан» ат-спорт турнирының бүләк фонды — 10 миллион һум.

Турнирҙа башҡорт тоҡомло аттарҙа 200 жокей ҡатнаша.

Чемпионатты асыу сараһы 28 майҙа көндөҙгө сәғәт 2-лә «Аҡбуҙат» ипподромында була.

Махсус ҡунаҡ — популяр актер Дмитрий Дюжев.

Ярыштар 1/16 финал этабынан башлана.

Кескәй ҡунаҡтар өсөн бушлай уйын майҙансыҡтары, батуттар, аквагрим һәм туңдырма, шулай уҡ конкурстар ойошторола. Башинформдан.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: