Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
16 Май 2022, 19:45

Яңы тыуған сабыйҙарға бүләк йыйылмаһы үҙгәргән

 Сабыйҙар өсөн комплекттың бөтә компоненттары юғары сифатлы, Өфөнөң «Ағиҙел» предприятиеһында етештерелгән, тип белдерҙеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.

Яңы тыуған сабыйҙарға бүләк йыйылмаһы үҙгәргән
Яңы тыуған сабыйҙарға бүләк йыйылмаһы үҙгәргән

Мәғлүм булыуынса, 2001 йылдан республика властары урындағы бала табыу йорттарында донъяға килгән бөтә сабыйҙарға бүләк әҙерләй. Йыйылманың составы һәм үҙҡиммәте ваҡыты-ваҡыты менән үҙгәреп тора. 2021 йылда бүләк йыйылмаһында биләү, кофта, бәләкәй бала кейеме, башлыҡ, плед, янғынды иҫкәртеү приборы бар ине.

Быйыл яҙ Башҡортостанда яңы тыуған сабыйҙар өсөн бүләк йыйылмаһы үҙгәрҙе.

Хәҙер бүләккә һигеҙ әйбер: сумка, бәйләнгән комбинезон, башлыҡ, биләү, кофта, бәләкәй бала кейеме, янғынды иҫкәртеү приборы, һырыған юрған бирелә. Сабыйҙар өсөн комплекттың бөтә компоненттары юғары сифатлы, Өфөнөң «Ағиҙел» предприятиеһында етештерелгән, тип белдерҙеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.

Фото: Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: