Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
16 Май 2022, 14:50

Ҡыр хайуандары юлдарға сыға

Ҡыр хайуанының үлемендә ғәйеплеләргә штраф янай.

Ҡыр хайуандары юлдарға сыға
Ҡыр хайуандары юлдарға сыға

2022 йыл башынан статистикаға ярашлы республика юлдарында  12 хайуан: 6 ҡоралай, 5 мышы һәм 1 айыу һәләк булған. 

Башҡортостан Республикаһының экология министрлығы тәгәрмәс аҫтында һәләк булған хайуандар өсөн зыянды водителдәр ҡапларға тейешлеген иҫкәртә:

- мышы өсөн 80 мең һум;

- ҡоралай өсөн 40 мең һум;

- ҡабан сусҡаһы өсөн 30 мең һум;

- айыу өсөн 60 мең һум түләү ҡаралған.

Юл фажиғәһендә ҡатнашыусыларға һәм шаһиттарға 112 номеры буйынса шылтыратыр кәрәк.




Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: