

80 йәше тулған өлкәндәрҙең страховка пенсияһына билдәләнгән түләүҙе арттырырға хоҡуғы бар. Был хаҡта "Прайм" агентлығы Рәсәй Пенсия фондының Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһе буйынса бүлексәләренә һылтанып хәбәр итә. Пенсионерға 80 йәш тулғандан һуң бер ай үткәс, түләүҙәр күләме ике тапҡырға арттырыла. Әммә беренсе төркөм инвалидтары һәм ҡараусыһын юғалтҡан осраҡта социаль түләү алыусылар пенсия арттырыуға дәғүә итә алмай. Бынан тыш, 80 йәштән өлкән пенсионерҙар үҙҙәрен ҡарау буйынса компенсация алырға хоҡуҡлы. Эшһеҙлек буйынса пособие алған кешеләр генә компенсация ала алмай. Түләүгә ғаризаны Рәсәй Пенсия фонды сайтында, "Дәүләт хеҙмәттәре" порталында һәм Рәсәй Пенсия фондының клиенттар хеҙмәтендә бирергә мөмкин.