Яңылыҡ
27 Июнь 2022, 12:55

Һыу ҡорбаны - 17 йәшлек үҫмер

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә...

Һыу ҡорбаны - 17 йәшлек үҫмерҺыу ҡорбаны - 17 йәшлек үҫмер
Һыу ҡорбаны - 17 йәшлек үҫмер

26 июндә Мәләүез ҡалаһындағы күлдә 17 йәшлек үҫмер батып үлгән. Был хаҡта республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итте.

 

- Мәләүездә Үҙәк урамындағы күлдә үҫмерҙең юғалыуы тураһында хәбәр килде. Саҡырыуға ҡотҡарыусылар тиҙ арала барып етте, тик һуң ине инде... Һөҙөмтәлә егет батып үлгән, - тип һөйләйҙәр авария ведомствоһында.

 

Шул уҡ көндә Стәрлетамаҡ ҡалаһында Ашҡаҙар йылғаһында 43 йәшлек ир батып үлгән. Уның кәүҙәһен һыуҙан ҡотҡарыусылар сығарған. Бәхетһеҙ осраҡ йыһазландырылмаған пляжда теркәлгән.

 

Әгәр ҙә һеҙ һыуға батып барыусыны күрһәгеҙ, тәү сиратта, мотлаҡ:

1. Зыян күреүсене һыуҙан тартып сығарығыҙ, ауыҙ ҡыуышлығын сит әйберҙәрҙән (үлән һәм башҡаларҙан) таҙартығыҙ;

2. Зыян күреүсене тубығығыҙға эсе һәм йөҙө менән аҫҡа ҡаратып һалығыҙ һәм үпкәһенә, трахеяға эләккән һыуҙы арҡаһына күп тапҡыр баҫыу юлы менән сығарығыҙ;

3. Тын алмай тороу 1-2 минут эсендә зыян күреүсенең үлеменә килтереүе мөмкин икәнен хәтерҙә тоторға кәрәк. Пульс булмауы, күҙҙең киңәйеүе йөрәк туҡтауының төп билдәләре булып тора. Был осраҡта кисекмәҫтән «ауыҙға ауыҙ» яһалма тын алыу һәм йөрәккә массаж үткәрә башлар кәрәк: күкрәккә 4-5 киҫкен баҫым һәм һуңынан бер һауа өрҙөрөү (минутына 16 һауа өрҙөрөү, 64-90 баҫым). Һәм, әлбиттә, "ашығыс ярҙам" саҡырыу мотлаҡ!

 

Зинһар, үҙегеҙгә һәм яҡындарығыҙға бик иғтибарлы булығыҙ! Йыһазландырылмаған урынларҙа һыу инеүҙән баш тартығыҙ.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас