

«Мисс һәм Миссис Евразия – 2022» конкурсында Башҡортостан һылыуҡайҙары еңгән
Өфөнөң «MISSBASH MODELS» моделдәр агентлығы моделе 31 йәшлек Нурсилә Фәхретдинова һәм 24 йәшлек Юлиә Казакова Төркиәлә үткән «Мисс Евразия – 2022» Халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында төп титулды яулаған.
Нурсилә Фәхретдинова Баймаҡ районының Таулыҡай ауылында тыуып үҫкән. Тормош иптәше менән ике ҡыҙ үҫтерәләр.
Конкурс Стамбулда 10 көн дауамында үткән. Унда төрлө илдәрҙән 23 ҡыҙ һынау тотҡан. Улар милли кейем дә сығыш яһап, ижади һәләттәрен күрһәткән.
Ә Юлиә Казакова Өфө ҡыҙы, БДАУ-ны тамамлаған.