Яңылыҡ
30 Июнь 2022, 05:14

Һаҡ булығыҙ: телефондан мутлашыуҙың яңы ысулы

Мутлашыусылар клиенттарға кеҫә телефоны операторҙарына булышлыҡ итеү хеҙмәте исеменән шылтырата.


Енәйәтселәр шылтыратып, телефонда һандарҙан һәм символдарҙан торған махсус USSD-команданы йыйыуҙы һорай.

 «Беҙ клиенттарға үҙҙәренең смартфондарына мутлашыусыларҙың номерҙарын асыҡларға йәки таныш булмаған номерҙарҙан шылтыратыуҙарға яуап бирмәҫкә мөмкинлек биргән номер билдәләгес ҡуйырға тәҡдим итәбеҙ. Иң мөһиме - уяулыҡты юғалтмау һәм шикле тойолған һөйләшеүҙе туҡтатыу», - тип белдерҙе ВТБ-ның өлкән вице-президенты Никита Чугунов.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас