+9 °С
Болотло
Ейәнсура районында йәшәгән ҡатын ярты йыл буйына 8 һәм 10 йәшлек ейәндәрен туҡмаған, уларҙы өйөнөң баҙына бикләп ҡуйған. Ғинуарҙан июнгә тиклем малайҙар спиртлы эсемлектәр менән мауыҡҡан өләсәләренән туҡмалып йәшәгән. Ҡатын үҙенең опекунлыҡ бурысын тейешенсә үтәмәгән - балалар антисанитария шарттарында аслы-туҡлы көн иткән, ауыр эштәрҙе башҡарған. Өләсәй үҙенең ғәйебен таныған. Уға ҡарата ҡуҙғатылған енәйәт эше Ейәнсура районы буйынса мировой судьяға ебәрелгән. Хәҙер уның ейәндәре махсуслаштырылған балалар йортонда тәрбиәләнә.