

Күптәребеҙҙең бала сағы, йәшлеге "Ласковый май" төркөмө солисы Юрий Шатунов йырҙары менән үтте. "Белые розы", "Седая ночь", "Детство" кеүек хиттарҙы башҡарған яратҡан йырсыбыҙ иҫтәлегенә Күмертау ҡалаһында Аҡ розалар аллеяһы булдырыласаҡ.
Бының тураһында Күмертау ҡалаһы мэры Олег Фролов хәбәрләгән. Белеүебеҙсә, Юра Шатунов Күмертау ҡалаһында тыуып, шунда ғүмеренең тәүге йылдарын үткәргән. Быйыл 23 июндә йөрәк сиренән вафат булған данлыҡлы яҡташыбыҙға тыуған ерендә һәйкәл ҡуйыу тураһында ла һүҙ булғайны. Ләкин ҡала советында кәңәшләшкәндән һуң, ни тиһәң дә, йырсы Күмертауҙа тыуһа ла, унда оҙаҡ йәшәмәгән, һуңынан да килеп йөрөмәгән, тип Аҡ розалар аллеяһы асыу менән сикләнергә булғандар.
Әле ваҡытта урынын билдәләйҙәр, киләһе йылда аллеяны асырға планлаштырғандар. Аҡ розалар аллеяһы үҙе үк Юрий Шатуновҡа һәйкәл кеүек булып торасаҡ.
Фото:telemetr.me