

Пособиеларҙың күләмен арттырыу берҙәм тариф булдырыуға һәм Пенсия фонды менән Страховкалау фондын берләштереү менән бәйле. 2023 йылдың 1 ғинуарынан был ике ҙур ойошма бер структурала эшләй башлаясаҡ. Ике фондты берләштереү документтар юллауҙы ла еңеләйтәсәк. Клиенттарҙы хеҙмәтләндереү ваҡыты кәмейәсәк һәм сервис стандарттары ла үҙгәрәсәк тип фаразлана. Иғәнәләр буйынса ла берҙәм тариф ҡаралған. Был “больничный”, йөклөлөк, бала табыу һәм 1,5 йәшкәсә бала тәрбиәләү буйынса пособиеларҙы арттырыу мөмкинлеген бирә.
2025 йылға бала тәрбиәләү буйынса айлыҡ пособие күләме 57,4 мең, йөклөлөк һәм бала табыу буйынса – 660,9 мең, “больничный” түләмдәре – 143,5 мең тәшкил итәсәк.