Яңылыҡ
18 Август 2022, 09:50

Өсөнсө бала тыуыу уңайынан яңы түләм индереүҙәре мөмкин

Был башланғыс илдәге демографик хәлде яҡшыртасаҡ тигән фекерҙә.

Йәмәғәт палатаһы өсөнсө балаһы тыуған ғаиләләргә 1 млн. һум күләмендә түләм индереү инициативаһы менән сығыш яһаны.

Улар был башланғыс илдәге демографик хәлде яҡшыртасаҡ тигән фекерҙә.

Шулай уҡ 30 йәштән өлкән йөклө һәм өсөнсө балаһына ауырлы булған  ҡатын-ҡыҙҙар өсөн бала ҡарау буйынса айлыҡ пособиены ла ғаиләнең матди килеменә ҡарамайынса йәшәү минимумы күләменә тиклем күтәрергә тәҡдим итәләр.

Йәмәғәт палатаһының күҙаллауҙары буйынса был үҙгәрештәр арҡаһында 2024 йылда уҡ 1,6 млн сабый донъяға киләсәк.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас