Яңылыҡ
18 Август 2022, 11:50

Яңы штрафтар ғәмәлгә инде

Хәҙер хәрәкәт иткәндә фотофиксациялау камераларына телефондан һөйләшеп һәм хәүефһеҙлек ҡайышын таҡмайынса кадрға эләкһәгеҙ, ҙур ғына күләмдә “бәхет хаттары” киләсәк.

Яңы штрафтар ғәмәлгә индеЯңы штрафтар ғәмәлгә инде
Яңы штрафтар ғәмәлгә инде

Башҡортостанда водителдәр өсөн яңы штрафтар индерелде. Улар 10 августан ғәмәлгә инде.

Хәҙер хәрәкәт иткәндә фотофиксациялау камераларына телефондан һөйләшеп һәм хәүефһеҙлек ҡайышын таҡмайынса кадрға эләкһәгеҙ, ҙур ғына күләмдә “бәхет хаттары” киләсәк.

Тағылмаған ҡайыш өсөн 1 мең, хәрәкәт ваҡытында телефондан һөйләшкән өсөн 1,5 штраф ҡаралған.

Былар барыһы ла юлдарҙа фажиғәләрҙе иҫкәртеү өсөн эшләнә. Сөнки 1 секундҡа телефонға иғтибарҙы йүнәлтеп, юл фажиғәһенә тарыуығыҙ бар.  

Статистика буйынса автомобиль һәләкәте осрағында хәүефһеҙлек ҡайышын тағып ултырыусылар һирәк зыян күрә.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас