

Быйылдан башлап туғыҙынсы кластан һуң фельдшерға уҡырға мөмкин буласаҡ! Ил Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы урта махсус һөнәри белем биреүҙең федераль дәүләт белем биреү стандарттарына төҙәтмә индерелде. Үҙгәртеүҙәр индереү бкйынса эш Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән берлектә алып барырлған. Ағымдағы йылдан туғыҙынсы кластан һуң медицина колледжында фельдшер квалификацияһы буйынса уҡырға мөмкин буласаҡ. Элек бындай мөмкинлек 11-се класс уҡыусыларында ғына бар ине. Улар «Дауалау эше» йүнәлеше буйынса дүрт йыл белем алалар ине. ФГОС дөйөм профессиональ дисциплиналар менән тулыландырылған. Мәҫәлән, «Лаборатор диагностика» йүнәлеше буйынса «Кеше генетикаһы һәм медицина генетикаһы нигеҙҙәре» дисциплиналарын да үҙләштереү мөмкинлеге бар. Бынан тыш, барлыҡ мәғариф программаларында ла медицина мәғлүмәт системаһын өйрәнеү, алынған белемдәрҙе практикала ҡулланыу мөмкинлектәре арттырыласаҡ.